ЙӘМҒИӘТ
10 Октября 2022, 07:18

Илшат менән ғорурланабыҙ!

Махсус хәрби операция ваҡытында яҡташыбыҙ батырлыҡ күрһәткән

Илшат менән ғорурланабыҙ!Илшат менән ғорурланабыҙ!
Илшат менән ғорурланабыҙ!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ дошман уты аҫтында йөк тейәлгән автомобилде ут эсенән хәүефһеҙ урынға алып сыҡҡан. Ҡыйғы районынан кесе сержант Илшат Вәхитовтың батырлығы тураһында район башлығы Зөһрә Гордиенко яҙып сыҡты.

Уның һүҙҙәренсә, Вәхитов йөк тейәлгән автомобилде хәүефһеҙ зонаға сығарып өлгөргән һәм Рәсәй подразделениеларын хәрби припастар менән үҙ ваҡытында тәьмин иткән.

«Ватанды һаҡлағанда күрһәткән фиҙаҡәрлеге һәм оҫталығы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән, Жуков орденына тәҡдим ителгән. Афарин, Илшат! Ғорурланабыҙ!», - тип яҙа Гордиенко. 
 
фото:социаль селтәрҙәр.
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас