

Ейәнсура районының бер ауылында һөтө-дебете менән әллә күпме ғаиләне туйындарған йорт малҡайын ошо рәүешле мәңгеләштергәндәр.
"Һәйкәлде һин кемгә ҡуйыр инең?" - тип
Һораһалар минән түрәләр,
Һис уйламай яуап бирер инем:
"Лайыҡ беҙҙә уға кәзәләр."
Был әле Татарстанда йәшәгән Зәүхиә (Низамиева) Ҡәҙербәкованың ун йыллап элек яҙған шиғырынан беренсе дүрт юллыҡ. Ул "Ейәнсура таңдары" гәзитендә баҫылған. Ысынлап та, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары халҡы, айырыуса ейәнсуралар оҙаҡ йылдар буйы ошо кәзә малы арҡаһында донъя көтә, тормошон бөтәйтә.
"Кәзә малына һәйкәл ҡуйырлыҡ изгелеген күреп үҫтек беҙ. Кәзә беҙҙе ашатты, кейендерҙе, уҡытты, кеше итеште. Тоторға йыбанмаған кешегә беҙҙең яҡта бар шарттар ҙа булды. Тау итәгендәге, уйһыулыҡтарҙағы болондар, ул болондарҙағы һутлы, аллы-гөллө сәскәле үләндәрҙе ашап, рәхәтләнеп эсергә саф һыулы йылғалар булһа, аҙбар тулы ашлыҡтың төрлөһө тулып ятты. Эшләгән кешегә мулдан тоҡ-тоҡ бирәләр, пенсионерҙар ҙа ситтә ҡалмай ине. Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа кәзә малы 40- 50 баш та бар ине. Ашау һәйбәт, көтөүлектәр киң, уның нәтижәһендә кәзәләрҙең өҫтәрендә ҡабарып дебет үҫә. Шул дебет тарала, аялана, шапылдаҡ менән һуғыла, иләнә, сиратыла еп ҡушып, уртаһы, сите бәйләнә, ҡабартыла ла... Шәл булып, сумкаларға һалынып баҙарға юл тота. Һатылғас, аҡсаһын һәр кем кәрәгенә тотона. Күпме шәлдәр,ойоҡбаштар, бейәләйҙәр,башлыҡтар һ.б. бәйләнек, бәйләйҙәр.
Ул - беҙҙең райондың иң төп валюталарының береһе. Хәҙерге көндә иҫең китерлек матур итеп семәрләп, ғәжәйеп биҙәктәрҙең төрлөһөн һалып, шаҡмаҡ, түңәрәк, оҙонса шәлдәр, паутинкалар, бирсәткәләр,б ейәләйҙәр бәйләйҙәр. Теләһәң театрға ябынып барырлыҡтары бар. Тиҫтәләгән әйберҙәр бәйләй Ейәнсураның уңған ҡатын-ҡыҙҙары. Төрлө ерҙәрҙән заказдар ҙа килә икән.
Беҙҙең шәлдәрҙең мине иң йәлеп иткән сифаты - уның дауалау көсө. Әллә тауҙар итәгендә үҫкән үләндәр энергияһы көслөмө, әллә селтерәп аҡҡан йылғаларҙың саф һыуының тәьҫиреме, әллә беҙҙең яҡтың асыҡ, ҡунаҡсыл, ихлас күңелле ҡатын-ҡыҙҙарының бәйләгәндә һеңгән күңел йылыһынанмы, ябынғас, улар һөйәккә хәтлем үтеп йылыта. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа арҡаңа өҫкө кейем эсенән ябынып ҡуйһаң, шытырҙап торған һыуыҡ та ҡурҡытмай. Һыҙлап торған билеңә, ғөмүмән, ауыртып торған тән өлөшөнә бәйләһәң, ул ерең яҙылып, йылынып, һыҙлауы баҫылып, ауыртыуы кәмеп, хатта бөтөп китә.
Ошо көндәрҙә миңә шатлыҡлы хәбәр килде. Беҙҙең Ейәнсура районының Үтәғол ауылында кәзәгә һәйкәл ҡуйғандар. Комиссия килеп ҡабул итәсәк. Ҡыҫҡаһы:
Баҫтырырға иң ҙур постаментҡа
Лайыҡ беҙҙә күптән кәзәләр.
Халыҡ әйтер үҙенең хаҡ һүҙен,
Минем һүҙҙән әгәр көлһәләр.
Шиғырымды ошо юлдар менән тамамлаған инем. Иң ҙур булмаһа ла, постаментҡа баҫтырғандар кәзәне. Лайыҡлы!" - тип яҙған Зәүхиә апай үҙенең сәхифәһендә.
Әммә комментарийҙарҙа был һәйкәлдең һынын яратмаған кешеләр ҙә табылған. "Матур түгел", "кәзә һомғол кәүҙәле бит ул", "һәйкәл бер ҙә генә лә оҡшамай" тигән һүҙҙәр ҙә бар. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?..