ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2022, 17:07

Владимир Путин һәм Башҡортостан

“Рус телен өйрәнергә кәрәк һәм башҡорт телен”.

Владимир Путин һәм БашҡортостанВладимир Путин һәм Башҡортостан
Владимир Путин һәм Башҡортостан

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путинға 70 йәш тулды. Бер бәхәсһеҙ, хәҙерге тарихта ул мөһим сәйәси шәхес булып тора.

Дәүләт етәксеһе Башҡортостанда бер нисә тапҡыр булды һәм республика тураһында һәр ваҡыт йылы һүҙҙәр әйтте. 2001 йылда төбәгебеҙгә юғары баһа биреп: “Башҡортостанда, тамсылағы кеүек, Рәсәйҙең мәҙәни, дини, тел күп төрлөлөгө һәм халыҡтар дуҫлығы сағыла”, – тип әйткәне лозунгка әйләнде тиерлек.

2015 йылда Өфөлә уҙған ШОС һәм БРИКС саммиты ваҡытында матбуғат конференцияһында “Беҙҙең балаларға ниндәй телдәрҙе өйрәнергә кәрәк?” тигән һорауға Владимир Путин: “Рус телен өйрәнергә һәм башҡорт телен”, – тине.

2016 йылдың декабрендә Президент республика халҡының ҡаһарманлығын билдәләне. “Беҙгә Башҡортостан кешеләренең ниндәй икәнен яҡшы беләбеҙ. 1812 йылдағы Ватан һуғышында республика 16 йәштән өлкән барлыҡ ир-егеттәрҙе атҡа атландырып, ҡоралландырып, фронҡа ебәргән. Бөйөк Ватан һуғышында ла шулай уҡ булған. Был барыбыҙҙы ғорурландырырға тейеш”, – тине Владимир Владимирович.

2020 йылдағы матбуғат конференцияһында Владимир Путинға Күмертау ҡалаһынан күп балалы әсәнең балаларына түләүҙәргә ҡағылышлы һорауына яуап бирҙе. “Башҡортостанда һөҙөмтәле эшләгән йәш, әүҙем етәксе, ул беҙҙе ишетәлер тип уйлайым”, – тип яуапланы. Бының менән ул Башҡортостан Башлығының барлыҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе контролдә тотоуын билдәләне.

Былтыр ил Президенты Башҡортостанға Австриянан “Ласселсбергер” холдингына ҡараған “Цемикс” ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаларын етештереү буйынса заводты асыу тантанаһына килде. Шул мәлдә лә ул республика етәкселегенең һөҙөмтәле эшен билдәләне.

“Яҡшы шарттар булдырған өсөн Башҡортостан етәксеһенә рәхмәт әйтергә кәрәк. Мин әле Австриянан уҙаҡташ менән һөйләштем, уның ҡыҙыҡһынғаны күренеп тора. Ҡайҙан ҙур, етди программа барлыҡҡа килә? Ышаныстан. Тәү нәүбәттә, әлбиттә, шарттар тыуҙырған кешеләргә, был осраҡта республика етәкселегенә”, – тине шул саҡта Владимир Путин. 

Башҡортостан халыҡ-ара саралар алдынан Башҡортостандың мөмкинлеген юғары баһалап: “WorldSkills” милли чемпионаты финалы иң юғары кимәлдә үтер, тип ышанам. Башҡортостан ундай сараны әҙерләй һәм үткәрә ала”, – тине.

Башҡорт балын да юғары баһалай Президент. “Башҡорт балы – шәп ризыҡ, бөтәһенә лә тәҡдим итәм. Үҙем тәмләгәнем бар, бик ҡәнәғәт ҡалдым”, – тине Владимир Владимирович.

Быйыл “Рәсәй – мөмкинлектәр иле”  йәмғиәтенең күҙәтеүселәр советы ултырышында эшҡыуар Марат Нәсхетдиновтың “Aibat hallyar” башҡорт ҡыҫтыбыйы проектын хуплауын белдерҙе. "Милли аштар – халыҡ мәҙәниәтенең бер өлөшө, бик ҡыҙыҡлы. Һәм тәмле. Ҡәнәғәтлек менән заказ бирәсәкмен. Һеҙ ебәрәһегеҙме? Юҡ? Мин һорар инем”, – тине йылмайып Владимир Путин.

 

Мәғлүмәт сығанағы һәм фото: “Башинформ”.

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков.

Владимир Путин һәм Башҡортостан
Владимир Путин һәм Башҡортостан
Владимир Путин һәм Башҡортостан
Владимир Путин һәм Башҡортостан
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас