

Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй гвардияһының махсус бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре сыҙамлығы, абруйы менән һәр саҡ айырылып тора. Улар ҡуйылған бурыстарҙы һәр ваҡыт профессиональ, ҡыйыу һәм тәүәккәл үтәй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирек Сәғитов.
«Әлбиттә, уларҙың ҡуйылған бурыстарҙы тулыһынса үтәп сығып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына бик шатбыҙ. Беҙ уларҙың батырлығы, ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ. Бөтә республика улар менән ғорурлана. Уларға рух күтәренкелеге, уңыштар теләйбеҙ һәм яратҡан кешеләре уларҙы һәр саҡ өйҙә көтһөн. Әйткәндәй, ҡыҙ егеттең тәҡдименә ризалыҡ бирҙе. Йәштәрҙе ҡотлайбыҙ! Бәхетле булһындар!» - ти Ирек Сәғитов.
Фото: Т. АМАНОВ.