

“Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы янында мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса ҡабул итеү пункты ғәмәлдә.
Аҙна дауамында район кешеләре үҙ теләге менән йылы әйберҙәр, оҙаҡ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, гигиена саралары, шулай уҡ портатив газ плитаһы, газ баллончиктары килтерҙе.
Бында айырыуса Аҡъяр, Яңы Украинка, Степной ауылдарында йәшәүселәр әүҙемлек күрһәтте. “Нур” йәштәр-үҫмерҙәр клубы, Хәйбулла зона психолог-медик-педагогия комиссияһы коллективтары ла ошо изге башланғыстан ситтә ҡалманы.