

Һарытауҙа башҡорт ғаиләһе барлыҡҡа килде
Башҡортостан йәштәре ғаилә ҡороу өсөн мобилизацияның кәртә булмауын иҫбатланы.
Октябрьский ҡалаһынан Нәфис менән Ләйсән мобилизацияға тиклем өйләнешеп өлгөрмәгән, шуға күрә кәләш һөйгәне янына үҙе барған.
Ләйсәнде Һарытауға илтеү өсөн автомобиль дә бирҙек, ти Октябрьский мэры.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мобилизацияланғандар ЗАГС-ҡа мөрәжәғәт иткән көндө үк никахтарын теркәргә мөмкин. Бының өсөн военкоматтан справка кәрәк.
Йәштәргә иһә мөхәббәт теләйбеҙ!