

Башҡортостандың Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Баймаҡ районынан дүрт бала атаһын өйөнә ҡайтарырға ярҙам иткән. Ҡазанда булған ир яҡын арала ғаиләһе янында буласаҡ. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына штаб координаторы Виталий Брыкин һөйләнгән. Уның һүҙҙәренсә, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты активистарына мобилизацияланғандың хәләл ефете һәм апаһы мөрәжәғәт иткән. Ир район хәрби комиссариатында күп балалы атай статусы тураһында хәбәр итә, ләкин уға ҡасып йөрөгәне өсөн 10 йылға тиклем хөкөм менән янап, хәрби күнекмәләр уҙғарылған урынға алып китәләр.
«Беҙ муниципаль берәмектәргә лә, хәрби комиссариатҡа ла уның закон буйынса йәлеп ителеүе мөмкин түгеллеге тураһында сигналдар бирҙек. Күпмелер ваҡыттан һуң, йәнәһе лә ул ирекмән булып киткән, тигән хәбәр таралды. Шулай ҙа һөйләшеүҙәр барышында ғаилә башлығының өйгә ҡайтырға әҙер булыуын асыҡланыҡ. Әлбиттә, ҡайтыу процесы бер аҙға һуҙылды, сөнки ул хәрби часта ине инде. Иң мөһиме, хәҙер хәлде төҙәттек», - ти Виталий Брыкин.
Штаб координаторы һүҙҙәренсә, өлөшләтә мобилизация башланғандан алып уларға бөтәһе 1000-дән ашыу мөрәжәғәт килгән. Ләкин законды тупаҫ боҙған бындай осраҡ берәү генә булған. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич закон буйынса дүрт һәм унан күберәк балаһы булған ир-егеттәрҙең, шулай уҡ өс балаһы һәм ҡатыны йөклө булған (22 аҙнанан ашыу) ғаиләләр башлыҡтарының хәрби хеҙмәткә саҡырылмауын хәбәр итте.
фото һәм мәғлүмәт:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.