ЙӘМҒИӘТ
5 Октябрь 2022, 11:25

Хыялдар тормошҡа аша!

Аҡъярҙан Фаил Дәүләтбаев фатирлы булды

Хыялдар тормошҡа аша!Хыялдар тормошҡа аша!
Хыялдар тормошҡа аша!

Әгәр ҙә хөкүмәт ярҙам итмәһә, бөгөнгө ҡатмарлы  заманда етемдәр, ата-әсәһе булып та етем бала статусын йөрөтөргә мәжбүр булғандар, үҫеп еткәс, нисек фатирлы булырҙар ине икән? Сөнки ата-әсә тәрбиәһендә үҫкәндәргә лә үҙ көсөң менән йорт һалып сығыу, фатир алыу бик ауыр.

Районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙы фатирлы итеү социаль  программаһы  уңышлы дауам итә. Был юлы Аҡъяр ауылынан Фаил Дәүләтбаев торлаҡлы булды. Аҙ һүҙле егет хәбәрҙе күп һөйләмәй, әммә уның сикһеҙ ҡыуанысын күҙҙәренән уҡырға мөмкин ине.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов фатир асҡысы тапшырғанда  йылы һүҙҙәрен һәм теләктәрен әйтте. Фаил Фәнил улы әрмелә хеҙмәт иткән, аҙаҡтан хәрби контракт буйынса Сахалин өлкәһендә, Көньяҡ Сахалинда эшләй. Фатир алыуға сираты еткәс, тыуған яғына ҡайтып, өләсәһендә йәшәй. Хәҙер инде, торлаҡлы булғас, йәш кешегә тыуған районына ҡайтып,  туғандары йәшәгән Аҡъяр ауылында төпләнергә мөмкинлек асылды. Әйткәндәй, Рөстәм Динислам улы уның менән һөйләшкәндә эшкә урынлашырға ярҙам буласағын да белдерҙе.

Ысынлап та, үҙ асҡысың менән үҙ ишегеңде асып инеү, үҙ ҡыуышың булыу һәр кемдең иң ҙур хыялы инде. Әле иһә Фаил Дәүләтбаевтың ошо хыялы тормошҡа ашты.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас