Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Октябрь 2022, 16:28

Хәрбиҙәргә посылкалар ҡайҙа ҡабул ителә?

Өфөлә мобилизация сиктәрендә саҡырылғандарға посылкалар ҡабул итеү һәм оҙатыу бүлектәре эшләй башланы.

Хәрбиҙәргә посылкалар ҡайҙа ҡабул ителә?
Хәрбиҙәргә посылкалар ҡайҙа ҡабул ителә?

Посылканы нисек йыйырға?
  мобилизацияға алынған кешенең исем-шәрифен
  уны оҙатыу көнөн
  телефон номерын күрһәтергә
  посылка яҡшы төрөлгән, әммә мисәтләнмәгән булырға тейеш

Түбәндәгеләрҙе тапшырырға мөмкин:
  йылы кейем
  бирсәткәләр
  шапкалар
  йоҡлау өсөн тоҡтар
  ямғырҙан һаҡлаусы плащтар
  фонарҙәр
  шәхси гигиена әйберҙәре
  дарыуҙарҙар - фабрика төргәгендә
  аҙыҡ-түлек - оҙайлы һаҡлау өсөн тәғәйенләнгәндәре
  тиҙ боҙолоусан аҙыҡ-түлек, быяла һауыт-һаба һәм спиртлы эсемлектәр оҙатыу тыйыла

Посылкалар ҡабул итеү бүлектәренең адрестары:

Дим районы:
- Ухтомский урамы, 3 (Өфөнөң Дим районы хакимиәте).
Эш ваҡыты: эш көндәрендә 9:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем, телефон: 8 (347) 227-11-18

Калинин районы:
- Беренсе Май урамы, 91 («Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе). Эш ваҡыты: эш көндәрендә 9:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем, телефон: 8 (347) 265-74-74.

Киров районы:
- Пушкин урамы, 85, 105-се бүлмә (Өфөнөң Киров районы хакимиәте). Эш ваҡыты: эш көндәрендә 9:00-ҙан 18:00 сәғәткә тиклем, телефон: 8 (347) 279-90-10.
- Эшсе хәбәрселәр урамы, 2/9 (Советтар Союзы Геройы С.И. Зорин исемендәге йәштәр үҙәге). Эш ваҡыты: эш көндәрендә 14:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем
- Искин ауылы, Искин урамы, 59 (мәҙәниәт йорто). Эш ваҡыты: эш көндәрендә 9:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем

Ленин районы:
- Мостай Кәрим урамы, 19, 302-се һәм 304-се бүлмәләр (Өфөнөң Ленин районы хакимиәте).
Эш ваҡыты: эш көндәрендә 9:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем, телефон: 8 (347) 229-04-39, 8 (347) 229-04-08.

Октябрь районы:
- Рәсәй урамы, 153 («Буревестник» үҫмерҙәр клубының 1-се ҡаты).
Эш ваҡыты: дүшәмбе-шәмбе, 9:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем, йәкшәмбе - 10:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем, телефон: 8 (347) 284-81-32.

Орджоникидзе районы:
- Тыныслыҡ урамы, 7 («Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе).
Эш ваҡыты: эш көндәрендә 9:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем, телефон: 8 (347) 240-39-46.

Совет районы:
- Комсомол урамы, 29, («Әфлисун» үҫмерҙәр клубы). Эш ваҡыты: эш көндәрендә 9:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем, йәкшәмбе 10:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем. Телефон: 8 (347) 282-38-33.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Зөһрә Йәһүҙина.
Автор:
Читайте нас: