

Ағиҙел ҡалаһында мобилизацияланған ирҙе хәрби әҙерлек үтеү урынына оҙатҡан көндә балаһы донъяға килгән. Уның ата-әсәһе ярҙам һорап ҡала мэры Фәнис Ғилуановҡа мөрәжәғәт иткән, чиновник Өфөнөң бала табыу йортона барып, әсәне һәм яңы тыуған сабыйҙы ҡаршы алған.
"Шалдиндар ғаиләһен ҡыҙҙары тыуыуы менән ҡотлайым! Бәпес бәхетле булып үҫһен. Ғаиләгеҙҙә һәр саҡ татыулыҡ һәм мөхәббәт булһын! Баланың атаһына ныҡлы рух, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйем!» - тип яҙҙы Фәнис Ғилуанов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Радий Хәбиров республика ҡалалары һәм райондары башлыҡтарына мобилизацияланғандарҙың әҙерлек урындарына барырға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Бәпескә һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ!
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар