Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Октябрь 2022, 09:33

Степной ауылынан 93 йәшлек Асия Игебаеваның ҡартлығы бәхетле

Ағинәйҙең донъяһы етеш, таҙа, һәр нәмә үҙ урынында, үҙе лә тик ултырмай, һәр нәмәһен эшләп бара. 

Степной ауылынан  93 йәшлек Асия Игебаеваның ҡартлығы бәхетле
Степной ауылынан 93 йәшлек Асия Игебаеваның ҡартлығы бәхетле

Ололар көнөнә ҡарата ауылыбыҙҙың иң өлкән 93 йәшлек ағинәйе Асия Игибаеваның өйөндә булып, байрам менән
ҡотланыҡ.

Асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып, ихлас ҡыуанды ул. Тормошонан ҡәнәғәт икәне йөҙөнә сыҡҡан, оло йәштә булыуына ҡарамай, етеҙ, хәтере шәп, әүәлге замандарҙы дөрөҫ итеп һөйләй. Сәй табынында әңгәмәбеҙ дауам итте.
"Өфөнән улым менән киленем ҡайтты, хәл белеп, өй-тирәһен йыйыштырып, ярҙам иттеләр, һеҙ килеүгә эш ҡалдырманылар", --тип ҡыуанып һөйләй Асия Ғиниәт ҡыҙы. Хәбәрен дауам итеп, "Балалар килеп тора, һәр көндө шылтыратып хәлемде беләләр. Зөһрә ҡыҙым янымда, ярҙам итеп тора, күршеләр хәлде белешеп инәләр, мин оло кешегә шул еткән", --ти.
Донъяһы етеш, таҙа, һәр нәмә үҙ урынында, үҙе лә тик ултырмай, һәр нәмәһен эшләп бара. Тормоштан йәм, тәм табып йәшәгән Асия инәй менән хушлашып сыҡтыҡ. Оҙатып, рәхмәтен белдереп, тағы ла килеүебеҙҙе һорап ҡалды. Асия инәйгә сәләмәтлек, күңел тыныслығы, йән-тән сихәте, ҡыуаныстар юлдаш булһын.

#МесячникМилосердия
#ДеньПожилыхЛюдей
#УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #КультураХайбуллы#селоСтепной#Хайбуллинскийрайон#СтепновскийСДК

 

Автор:
Читайте нас: