Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Октябрь 2022, 11:03

Хәйбулла район музейында “Асыҡ ишектәр” көнө

Мәмбәт һәм Аҡъяр ауылдарынан оло быуын унда экскурсияла булды

Хәйбулла район музейында “Асыҡ ишектәр” көнө
Хәйбулла район музейында “Асыҡ ишектәр” көнө

Мәмбәт ауылының фольклор төркөмө ағзалары өсөн район музейында “Ҡурайым—уйна, сыңла, һөйлә...” күргәҙмәһе буйынса  экскурсия-әңгәмә ойошторолдо.

Музей хеҙмәткәре районыбыҙҙың арҙаҡлы ҡурайсылары тураһында һөйләне. Ә ололар билдәле яҡташтарыбыҙға бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты. Педагогия хеҙмәте ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе Земфира Ишбулат ҡыҙы ҡурайсы Дәүләтғәле Хәсәновты иҫкә алды. Дәүләтғәле Әхмәтгәрәй улы 1941-45 йылдарҙа  Алкино ҡасабаһында  һуғышҡа саҡырылған һалдаттар алдында ҡурайҙа уй  нап, уларҙы фронтҡа оҙатҡан. Ә Вәсилә Хәйрулла ҡыҙы Сәйфулла Дилмөхәмәтов тураһында хәтирәһе менән уртаҡлашты.

30 сентябрҙә музей Аҡъяр ауылында йәшәгән ветерандарҙы ҡаршыланы. Улар өсөн “Бай төбәгем минең, Хәйбулла” тип аталған тыуған яҡты өйрәнеү викторинаһы үткәрелде. Өлкәндәр  Хәйбулла районы һәм Аҡъяр ауылы тарихы, тыуған яҡ тураһында легендалар, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән һәм һирәк осраған ҡоштар, төрлө өлкәлә абруй ҡаҙанған районыбыҙҙың билдәле шәхестәре һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе.Район тарихын иң яҡшы белеүселәр тип Әхмәт Хәмиҙуллин, Зиннәт Акилов һәм Әкрәм Байғусҡаров танылды.

Хайбуллинский-Историко-Краеведче Музей-Хайбуллинского-Района

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: