Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Октябрь 2022, 10:32

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдергән.

Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә был ҡарарҙы хуплайым һәм ғорурланам, тип белдерҙе.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдергән.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдергән.

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов ирекмән сифатында махсус хәрби операцияға китеү тураһында ғариза яҙған.

Республика Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта интернеттағы шәхси битендә түбәндәге яҙма ҡалдырған.

“Мин уны хупланым. Азат менән хеҙмәттәштәр генә түгел, ә рухи йәһәттән дә яҡын кешеләр булыуыбыҙҙы бер ҡасан да йәшермәнем. Уның был аҙымы менән ғорурланам. Ысын ир-егеттәр шулай эшләргә тейеш, тип иҫәпләйем.

Әйткәндәй, был көндәрҙә башҡа чиновниктар ҙа тыныс, лайыҡлы ҡарар ҡабул итте һәм махсус операцияға мобилизация иҫәбендә йәки ирекмән булараҡ юлланды”, - тип яҙа Радий Фәрит улы.

Азат Шамил улына именлек һәм тыуған яҡҡа иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Фото: Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.

 

Автор:
Читайте нас: