Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2022, 21:27

Хеҙмәткә бағышланған ғүмер

Байғусҡар ауылында  Калинин исемендәге  колхозда оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән ветерандар осрашты

Хеҙмәткә бағышланған ғүмер
Хеҙмәткә бағышланған ғүмер

Ағымдағы йыл Башҡортостанда "Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы" исеме аҫтында үтә.

Ошо йылға арнап, Байғусҡарҙа "Хеҙмәткә бағышланған ғүмер" тип аталған байрам кисәһенә Калинин исемендәге колхозда оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән ветерандар саҡырылды. Бер - береһен күреп һөйләшеп, элекке ауыр ваҡытта ла күңел төшөрмәй дәртләнеп эшләүҙәрен һөйләп ишеттерҙеләр.

Иң оло һауынсылар Гөлнур Мөхәмәтйәрова, Бибиәсмә Дәүләтбирҙина, Миңлебикә Дәүләтбаева, Мәнүр Бикбова апайҙар үҙҙәренең хеҙмәт йылдарын хәтергә төшөрҙө.
"Эш ауыр тип торманыҡ, күңел биреп эшләнек, исемдәребеҙ "Почёт таҡта" һынан төшмәне, ҡул менән 25-30 һыйыр һауҙык, таңғы 4-тән эштә булдыҡ. Барлыҡ эш ҡул көсө менән башҡарыла ине",- тип хәтерләй улар.


Байрам күңелле сәй табыны артында дауам итте.

 

Автор:
Читайте нас: