

Туймазы педагогия колледжы “Демография” милли проектының ”Мәшғүллеккә булышлыҡ” федераль проекты сиктәрендә түләүһеҙ уҡыуҙарға саҡыра.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
“Репетиторлыҡ” квалификация күтәреү өҫтәмә һөнәри программаһы буйынса уҡыуҙар 1 октябрҙә башлана. Программа “Башланғыс синыфтарҙа белем биреү” компетенцияһы буйынса Ворлдскиллс стандарттарын иҫәпкә алып төҙөлгән, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Уҡыу өсөн урта һөнәри йәки юғары белеме булғандар саҡырыла.
Уҡыуҙарға кемдәр ҡабул ителә?
Уҡыу өсөн ғаризаны “Рәсәйҙә эш” сайтында ошо һылтанма буйынса тапшырырға була: https://vk.cc/aAZcfl
Уҡыу урыны: Туймазы педагогия колледжы (https://trudvsem.ru/educational-programs?_title=%F0%E5%EF%E5%F2 ).
Фото – Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.