ЙӘМҒИӘТ
30 Сентябрь 2022, 09:23

Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев мобилизацияланған хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәр янына Ҡазанға барҙы.

-

Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев мобилизацияланған хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәр янына Ҡазанға барҙы.Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев мобилизацияланған хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәр янына Ҡазанға барҙы.
Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев мобилизацияланған хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәр янына Ҡазанға барҙы.

- Башҡа райондарҙан коллегалар менән беҙҙең егеттәр хәрби әҙерлек үткән Ҡазан ҡалаһындабыҙ.

Мобилизация үткәндәрҙең урынлашыу урыны менән таныштыҡ.

Егеттәрҙең ятыу урынына һәм туҡланыуға дәғүәләре юҡ. Улар йылытылған палаткаларҙа йәшәй, көнөнә өс мәртәбә ҡайнар аш ашай, махсус өс һәм аяҡ кейеме бирелгән.

Беҙ уларға резиналы йылы итектәр, бирсәткәләр, ямғыр япмалары, йоҡо тоғо аҫтына келәмдәр, йыуыныу кәрәк-ярағы һәм дарыуҙар алып барҙыҡ.

Әле беҙҙекеләрҙең алдында хәрби белемгә өйрәнеү тора. Улар атыу, тактика белемдәрен иҫкә төшөрәсәк.

Яҡташтарҙың кәйефе көр. Улар менән элемтәлә буласаҡбыҙ һәм кәрәккәндә ярҙам итәсәкбеҙ, - тип яҙа үҙ сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Автор:
Читайте нас