

Өфө прокуратураһында “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны булдырылды. Мөрәжәғәттәрҙе 76-46-84, 8-965-923-38-79 телефондары аша еткерергә мөмкин, Өфөнөң коды: 347. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты бүлексәләрендә лә яңылыш мобилизацияланған кешеләргә ярҙам итеү үҙәктәре эшләй. Мөрәжәғәттәр Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 1-се йорт адресы буйынса ҡабул ителә. Элемтә телефоны: 8 (347) 273-55-44. Һорауҙарҙы Халыҡ фронтының “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрендәге төркөмдәрендә ҡалдырырға була.