ЙӘМҒИӘТ
29 Сентябрь 2022, 09:37

Һалдаттарға йылы нәскиҙәр

Гуманитар ярҙам Донбаста махсус операцияла ҡатнашыусыларға ебәреләсәк  

Һалдаттарға йылы нәскиҙәрҺалдаттарға йылы нәскиҙәр
Һалдаттарға йылы нәскиҙәр

Хәйбулла районының Ғаилә хеҙмәте район ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә гуманитар маҡсатында йылы нәскиҙәр бәйләү буйынса шәфҡәтлелек акцияһы уҙғара.

Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән алып, һәр әсә, һәр ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге әсей. Был юлы ла  ҡатын-ҡыҙҙар  махсус операцияла ҡатнашыусыларға ысын йөрәктән ниндәйҙер ярҙам ҡулы һуҙыу ниәтенән, йылы әйберҙәр әҙерләйҙәр. Ә кемдәр бәйләй белмәй, уларға бөгөн һәм һәр кесе йома нәски бәйләү буйынса оҫталыҡ класы күрһәтелә. Йылы әйберҙәр Донбастағы беҙҙең һалдаттарға оҙатыла.

Әҙер әйберҙәр Аҡъяр ауылының М.Гәрәев урамы, 40 адресы буйынса Ғаилә хеҙмәтендә ҡабул ителә. Оҫталыҡ кластары ла ошонда 16.00 сәғәттә уҙғарыла.

https://vk.com/district_haibulla

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас