

Был эште ойоштороу “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенә йөкмәтелде. Тыуған ил һағына баҫҡан граждандарҙың ғаиләләренә даими ярҙам күрһәтелергә тейеш, тине Республика башлығы Радий Хәбиров.
Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының Координация советы ултырышы үтте. Унда ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияға юлланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йүнәлештәрен билдәләне.
Ирекмәндәр штабы менән бәйләнеш телефоны: 8-800-201-89-03.