

Сөмбөлэ - әбейҙәр сыуағы ваҡытында үткәрелә торған байрам.
Көҙгө муллыҡ йыйып алынғас, Әбүбәкер ауылы мәҙәниәт йортонда өс ауыл ағинәйҙәре араһында "Көҙгө муллыҡ" байрамы гөрләп үтеп китте. Иң беренсе ағинәйҙәр аяттар бағышлап, илгә именлек, тыныслыҡ теләнеләр. Икмәк - беҙҙең иң ҙур байлығыбыҙ, яңы бешкән икмәктән ауыҙ иткәс, мул табын артында йома сәйе эсеп, көҙгө ризыҡтарҙы ауыҙ иттеләр. Был күркәм сараға һәр команда йөкмәткеле әҙерләнгәйне : Әбүбәкер ауылынан "Алмаҡай "," Һуған", Ивановка ауылының "Миләш", Байғусҡар ауылының "Гөлдәр" командалары бер береһе менән танышҡас, өйгә эш итеп бирелгән, йәшелсәләр күргәҙмәһе, таҡмаҡтар, йомаҡтар, төрлө уйындар бәйгеләрен дә көс һынаштылар. 3 ауылдың" Көҙ һылыуҙары" үҙәренең һөнәрҙәрен күрһәттеләр. Шулай итеп, " Көҙгө муллыҡ - 2022"-байрамы тамамланды.