

Өлкән йәштәгеләргә ярҙам итеү, иғтибар бүлеү ниәтенән "Мәрхәмәтлек айы" дауам итә.
Бөгөн осрашыу, ярҙам ҡулы һуҙыу, әңгәмәләшеү ниәте менән мәҙәниәт өлкәһендә 20 эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Маһира Байгилдинаға тип ниәтләп барһаҡ та, уны өйҙә тап итмәнек һәм күршеһе Фәүзиә Кәримова апайға юл тоттоҡ. Яңғыҙ йәшәүенә ҡарамай, ул өйрәк аҫырай, баҡса сәсә, картуф ултырта... Беҙҙҙең ярҙам ниәтенән килеүҙе белгәс бер аҙ эш тапмай торғандан һуң, балаҫтарҙы йыуырмын тип тора инем, тип ысҡындырҙы. Беҙгә шул һүҙ генә кәрәк ине. Фәүзиә апай бик аралашырға ярата кеше менән, ултыртып ҡуйып боронғо тормош, кешеләр тураһында һөйләп китте. Тере тарих инде улар. Көндәлек тә алып бара ул. Дини яҡтан да бик көслө инәй.
Беҙ уға күстәнәс тә тотоп индек, бик ҡыуанды. Тәмле итеп бутҡа, бәлештәре менән сәй ҙә эсереп, бейеме әйткән нәсихәттәрен дә беҙгә ишеттереп, фатиха биреп, рәхмәттәр уҡып оҙатып ҡалды. Һау, сәләмәт булығыҙ, Һеҙҙең әйтеп ултырған доғаларығыҙ ҡабул булһын.
#МалоарслангуловскийСК
#Айыҡауыл2021