

Ашҡабаҡтан кәнфит:
Эшләү ысулы ваҡыт талап итһәлә, әҙер кәнфитте бик яратып сәй эсәбеҙ.
1. Ашҡабаҡ - 1 кг.
2. Шәкәр ҡомо - 800гр.
3. 1 лимон йәки (лим. кислота менән дә була -5гр)
4. Шәкәр пудраһы ( өҫтөнә һибергә)
Әҙерләү ысулы;
1. Ашҡабаҡты дүртмөйөшләп турайбыҙ.
2. Өҫтөнә шәкәр ҡомоноң яртыһын (400гр) һалып болғап төнгөлөккә һыуытҡыста ҡалдырабыҙ.
3. Иртәнсәк утҡа ултыртып ҡайнау хәленә еткергәс уттан алып һыуытабыҙ.
4. Икенсе кастрюлгә һутын айырып алабыҙ ҙа, ҡалған шәкәрҙе, лимон һутын йәки кислотаһын ҡушып ҡайнатабыҙ, шәкәре татып бөткәнсе.
5. Шул эретмәне кире ашҡабаҡҡа ҡойоп,ашҡабағы бешкәнсе бешерәбеҙ , 5 минут тирәһе.
6. Эҫе көйөнсә дуршлагка һалабыҙҙа һарҡытып, пергамент ҡағыҙы түшәлгән духовкаға ҡуябыҙ.
60 градус ҡына эҫелектә 2 сәғәттә кибә. Шунан өҫтөнә шәкәр пудраһы һибеп өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Был иң ябай рецепт, төрлө тәм биреү ысулдары бик күп.
Ашҡабаҡ бәлешенә кипкән емештәр ҡушып тәмле итеп бешерергә яратам.
Ҡамырын сөсө итеп әҙерләйем. Кефир, һары май йәки маргарин, бер ике ҡалаҡ көнбағыш майы, сода, тоҙ һалып баҫып, өҫтөн ҡаплап ултыртып ҡуям.
Ашҡабаҡты йоҡа шаҡмаҡ пластинка кеүек турайым. Кипкән емештәрҙе: курага, ҡара слива, йөҙөм емештәрен ҡайнар һыу менән йыуып киптерәгәс, әҙер рис ярмаһы менән туралған ашҡабаҡҡа ҡушам, тоҙ, шәкәр һалып болғайым. Табаға ҡамырҙы йәйеп һалып, эслекте йәйгәс кенә өҫтөнә ҡырғыстан үткәреп һары май һалам. Өҫтөн ҡаплап бешерергә ҡуям. Был аштарҙы бешергәндә ингредиенттарҙы сама менән ҡулланам. Шуға күрә грамдарын яҙа алмайым
Ашҡабаҡ бутҡаһы ла, бәлеше лә дөгө ярмаһы менән бешерелә бит, шул дөгөнө магазиндан бутҡа өсөн тигәнен алам, бутҡаға йә бәлешкә ҡушыр алдынан тоҙло һыуға һалып 5-6 минут бешерәм, шунан һуң ғына ҡушам. Күберәк бешерәм дә, теләгән ваҡытта тотонорлоҡ итеп туңдырам.
1. Ашҡабаҡ бутҡаһын мин былай бешерәм:
- Ашҡабаҡты кубик формаһында турайым, 1/1,
- Бәләкәй ҡаҙансыҡҡа тәүҙә туралған ашҡабаҡ һалам, шунан һәттө өҫтөнә сығармай ғына ҡойоп талғын утта бешерәм. шул саҡ бер балғалаҡ көнбағыш майы һалам. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметеп, болғай болғай бешерәм. Ашҡабаҡ йомшағас, бутҡа өсөн әҙерләгән дөгө ярмаһын һалам. ашҡабаҡ иҙелеп, рис ярмаһы бешкәс кенә тоҙ, шәкәр, һары май һалып болғатып һүндерәм, 10-15 минуттан өҫтәлгә ултыртырға әҙер була.