Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Сентябрь , 10:45

Эшҡыуар ханымдың эше көйлө

..

Эшҡыуар ханымдың эше көйлө
Эшҡыуар ханымдың эше көйлө

Аҡъяр ауылынан эшҡыуар Гүзәл Аллағолованы  сифатлы аҙыҡ-түлек, хужалыҡ тауарҙары тәҡдим иткән “Шатлыҡ” магазин етәксеһе булараҡ яҡшы белә район халҡы. Ике йыл элек Гүзәл Вәкил ҡыҙы эшмәкәрлеген киңәйтеү маҡсатында район бизнес-шерифы булышлығында дәүләт ярҙамы алып, икмәкхана аса һәм ул да уңышлы эшләй. Эшҡыуар ханым өсөн был йылдар дауамында етештерә торған продукцияның  һанын түгел, ә сифатын булдырыу эше – икмәк бешереү төп критерийы.

- Магазин менән генә сикләнгем килмәне. Унда шул уҡ ситтән, башҡа өлкәләрҙән килгән тауарҙарҙы күберәк һатырға тура килә бит. Шуға ла нимәлер булдырыу тураһында уйландым. Ә беҙҙә нимә менән шөғөлләнергә мөмкин? Әллә нимә уйлар сығарырға ла кәрәкмәй, ата-бабаларыбыҙҙың быуындан килгән үҙебеҙҙең милли ризыҡтарҙы күпләп етештереү, ҡомалаҡтан икмәк ризыҡтарын һатыуҙы тейешенсә ойоштороу. Әлбиттә, үҙ эшеңде ойошторор булһаң, иң башта, ҡайҙан етерлек аҡса табырға, тигән һорау алға килеп баҫа. Беҙгә лә кредиттар алырға тура килде, бынан тыш муниципаль район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Аҡъяр ауылы территорияһында һәм тирә-яҡ тораҡ пунктарында икмәк ризыҡтары етештереү һәм уларҙы һатыу проектын тәҡдим итеп, проект буйынса планлаштырылған инвестиция менән уңышлы сығыш яһаным һәм “Стартап” программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамы алып, киң ҡолас йәйеп, эш башланым”,  - ти йылмайып Гүзәл Вәкил ҡыҙы.

Тәжрибәле эшҡыуар был аҡсаға ик­мәк бешереү өсөн мейестәр, кәрәкле ҡорамалдар һатып ала. Ҡайныһы бүләк иткән бинаны ремонтлап, икмәкхана итеп тә ҡуя ул.  Ҡомалаҡ әсеткеһе менән бешерелгән икмәккә ихтыяж ҙур. Бында ҡамырҙан 10-дан ашыу төр ризыҡ етештерелә. Төрлө бәлеш, ҡалас, пицца, бөйөрөк – барыһы ла телеңде йоторлоҡ һәм бик тәмле, - ти унан өҙөлмәгән халыҡ.

Икмәкханала көнөнә 300-гә яҡын әпәкәй бешерелә, икмәк тиҙ һатылып бөтә, етмәй ҙә ҡала. Эшҡыуар бында өс кешегә эш урыны булдырған.

Тәжрибә туплаған һайын ҡалыныраҡ елкәле була бараһыңдыр, тип уйлайым. Хәҙер сауҙа кәш­тә­ләренә йылы, йомшаҡ кү­мәстәр ҡуйыла. Шулай уҡ за­каз буйынса бәлеш, бөйө­рөк, пицца бешерәбеҙ. “Шатлыҡ” исемле аҙыҡ-түлек магазиныбыҙ бар. Күп осраҡта магазинға икмәк алып килмәйҙәр йә етмәй ҡа­ла, ә һораусылар күп. Уйла­ныҡ та, үҙебеҙ тәүәккәл­ләргә булдыҡ, - ти Гүзәл Аллағолова.

Эйе, бөгөн эш­ҡы­уарҙың эше тулыһынса яйға һалынған. Уның асҡан икмәкханаһы ауылға ла йәм бирә, халык ихтыяжын да ҡәнәғәтләндерә.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас в