


Башҡортостанда йылытыу миҙгеле сентябрь аҙағында ғына башлана. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, ведомство белгестәре һауа торошон даими күҙәтеп бара. Фараздарға ҡарағанда, сентябрь аҙағында ғына уртаса тәүлек температураһының 8 градустан түбәнерәк булыуы көтөлә. Шуға күрә йылытыу миҙгелен башларға иртәрәк. «Ҡышҡа инергә лә күп ҡалманы. Ул ниндәй булыр, белмәйбеҙ. Ләкин шуныһы билдәле: беҙҙә ҡыш Европаға ҡарағанда яҡшыраҡ булыр. Көндәр әлегә йылы, шуға йылытыу миҙгелен башларға иртәрәк», – тип белдергән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров социаль объекттарға, шул иҫәптән балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм дауалау учреждениеларына йылы биреү мәсьәләләрен шәхси тәртиптә хәл итергә ҡушты. Кәрәк икән, йылыны алданыраҡ та бирә башларға мөмкин.
Ирина Голованова һүҙҙәренсә, әле 683 дауахана, мәктәп һәм балалар баҡсаһы йылытыла. Был иһә социаль объекттарҙың дөйөм һаны иҫәбенән 13%.
Бишбүләк, Дыуан, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Салауат, Саҡмағош райондарында һәм Межгорье ҡалаһында йорттарға ла ваҡытынан алда йылы биргәндәр. Республиканың 514 күп фатирлы йортонда батареялар уҙған аҙнанан уҡ йылыта.