ЙӘМҒИӘТ
21 Сентябрь 2022, 17:56

Оло Әбеш ауылынан Зарифа Илембәтова 90 йәшен билдәләй

 Тыл һәм хеҙмәт ветераны, 8 бала әсәһе 50 йылға яҡын "Һаҡмар" колхозында һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан 

Оло Әбеш ауылынан  Зарифа  Илембәтова  90 йәшен билдәләйОло Әбеш ауылынан  Зарифа  Илембәтова  90 йәшен билдәләй
Оло Әбеш ауылынан Зарифа Илембәтова 90 йәшен билдәләй

Әбеш ауылының иң өлкән кешеләренең береһе, ағинәйе, тыл һәм хеҙмәт ветераны, 8 бала Әсәһе, ғүмеренең күп өлөшөн "Һаҡмар" колхозында һауынсы булып эшләп (46 йыл!) хаҡлы ялға сыҡҡан Зарифа Хужавәлей ҡыҙы Илембәтова үҙенең 90 йәшен билдәләй.

Уны тәбрик итергә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов, Әбеш ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Фазылйән Сурин, балалары, туғандары һәм күрше-тирәләре йыйылды. Инәйгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

 

Автор:
Читайте нас