

Хәйбулла районы Ғаилә үҙәге коллективы флешмобҡа ҡушылып, 95 йәшлек Гөлйыһан Ғәбитова йортона юлланды.
Улар инәйгә йорт эштәрендә булышып, ихата тирәһен йыйыштырҙылар. Был изгелек эстафетаһын Ғаилә үҙәге Аҡъяр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют коллективына тапшырҙы.