ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь 2022, 09:17

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы башлана

24 сентябрҙән 8 октябргә тиклем республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыла.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы башлана«Йәшел Башҡортостан» акцияһы башлана
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы башлана

24 сентябрҙән 8 октябргә тиклем республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыла. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдерҙе.

Акция барышында республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында өмәләр ойошторола. Бынан тыш, тораҡ пункттарҙа 47 мең ағас ултыртыу планлаштырыла.

«Өфөнө билдәләп үтергә теләйем. Баш ҡалабыҙҙа «Йәшел Башҡортостан – Өфө» сайты булдырылды, унда халыҡ ҡаланы йәшелләндереү процесына ҡушыла, ағас ултыртыу урындары тураһында үҙ тәҡдимдәрен индерә ала. 500-ҙән ашыу ғариза килгән дә инде. Интерактив картала бынан алдараҡ ултыртылған йәшел үҫентеләр тураһында мәғлүмәт бар. Беҙ һәр муниципалитетта ошондай сайттар эшләргә тәҡдим итәбеҙ», – тине Ирина Голованова.

Шул уҡ ваҡытта республика «Урманды һаҡлайыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Уҙған акцияла 60 меңгә яҡын ағас ултыртылған. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-19/24-sentyabrya-v-respublike-startuet-aktsiya-zelenaya-bashkiriya-2955626

Автор:Ләйсән Закирова.
Автор:
Читайте нас