ЙӘМҒИӘТ
15 Сентябрь 2022, 11:07

Кешбэклы турҙар һатыу буйынса республикабыҙ беренсе урында

Башҡортостан шифаханалары 2022 йылда көҙгө туристик кешбэк программаһы буйынса турҙар һатыу буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Кешбэклы турҙар һатыу буйынса республикабыҙ беренсе урындаКешбэклы турҙар һатыу буйынса республикабыҙ беренсе урында
Кешбэклы турҙар һатыу буйынса республикабыҙ беренсе урында

Башҡортостан шифаханалары 2022 йылда көҙгө туристик кешбэк программаһы буйынса турҙар һатыу буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Популярлыҡ буйынса тәүге бишәү иҫәбендә, республикабыҙҙан ҡала, – Татарстан, Һамар, Ульяновск өлкәләре һәм Сыуашстан. Санатории-России.рф порталы әҙерләгән рейтинг мәғлүмәттәре шундай.

Кешбэклы турҙарҙың 25 августан 10 сентябргә тиклем һатылыуын, ә сәйәхәткә 1 октябрҙән юлланырға мөмкин булыуын билдәләп китәбеҙ. Башҡортостан шифаханаларына юлламаның уртаса хаҡы – тәүлегенә 5120 һум.

Әйткәндәй, Краснодар крайында көҙ көнө шифахана-курорт ялы өсөн туристар тәүлегенә уртаса 6550 һум, Алтай крайында – 6320 һум, Мәскәү өлкәһендә 6340 һум түләгән.

Фото: родные-курорты.рф

 

Сығанаҡ:"Башҡортостан ҡыҙы" журналы.

Автор:
Читайте нас