

Мәҙинә Мөхәрләм ҡыҙы туғандары һәм яҡындары менән берлектә 90 йәшен билдәләй.
Ауырлыҡтарҙы күреп үҫкән быуын кешеһе бирешмәй. Баҡсаһын да ҡарай, йорт янында ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡара. Ә яҡындары һәм туғандары уны иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алған. Бәхетле ҡартлыҡ кисергән инәйгә оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ.