

Ағымдағы йылдың тәүге яртыһында Рәсәйҙә енәйәттәр һаны кәмегән – был хаҡта Рәсәй Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
Аныҡлап әйткәндә, быйыл ғинуарҙан июлгә тиклем илдә теркәлгән енәйәттәр һаны 1,8 процентҡа кәмегән, шул иҫәптән ауыр һәм айырыуса ауырҙары - 6,3 процентҡа. Транспортты урлап алып китеүҙәр - туғыҙ, урлашыу - 2,7, шул иҫәптән фатирҙарҙы талау - 2,1, автомобилдәрҙе урлау - 28,4. IT-технологиялар ҡулланып ҡылынған енәйәттәр һаны һигеҙ процентҡа кәмегән.
Башҡортостанда ла хәл оҡшаш. Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йыл менән сағыштырғанда, енәйәттәр һаны кәмегән. Мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын ҡулланып йәки компьютер өлкәһендә ҡылынған енәйәттәр һаны 10 процентҡа төшкән. Бындай төр енәйәттәрҙе асыу 28 проценттан ашыу тәшкил иткән.
IT-енәйәттәрҙең 39 проценттан ашыуы - Өфөгә, 24 проценты - ҙур ҡалаларға, 36 проценты самаһы райондарға тура килә. Енәйәттәрҙең өстән ике өлөшө Интернет селтәрен ҡулланып ҡылынған, һәр өсөнсөһө - пластик карталар, һәр дүртенсеһе мобиль элемтә ярҙамында эшләнгән.
Мобиль элемтә операторҙары иһә күптән саң ҡаға. Улар иҫкәртә: һуңғы ваҡытта мутлашыусылар үҙҙәрен йыш ҡына кәрәҙле элемтә операторҙары итеп таныта, абонентты номерҙы блокировкалау менән ҡурҡыта. Йәнәһе, номерҙы һаҡлап ҡалыу өсөн абонентҡа билдәле һандар комбинацияһын йыйырға кәрәк. Һандар йыйылмаһы иһә шылтыратыуҙарҙы һәм смс-тарҙы (шул иҫәптән банктарҙың кодтары менән) ялғансыларҙың номерҙарына йүнәлтеүҙе күҙаллай, был уларға дистанцияла банк иҫәптәре менән идара итеү һәм аҡса суммаларын урлау мөмкинлеге бирә.
Паспорт мәғлүмәттәрен алыу - мутлашыусыларҙың тағы ла бер маҡсаты. Шәхси мәғлүмәттәре булған мутлашыусылар ҡорбан исеменә кредит йәки бер көнлөк фирма юллай һәм онлайн-банкка инеү мөмкинлегенә эйә була. Шулай уҡ урланған мәғлүмәтте шантаж яһау һәм төрлө сервистарҙа теркәлеү өсөн файҙаланыуҙары мөмкин. "Һис шикһеҙ, дәүләт, банктар һәм операторҙар телефондан мутлашыу проблемаһына борсола, антифрод-платформалар эшләүгә күп аҡса тотона. Ләкин телефон аша һөйләшеүгә аңлы рәүештә ҡараш, конфиденциаль мәғлүмәттәрҙе һаҡлау буйынса белгестәрҙең ябай кәңәштәрен үтәү телефондан мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫкә ярҙам итәсәк", - тип иҫәпләй "Билайн" компанияһы эксперттары.
Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге эксперттар ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәңәш бирә. Беренсенән, шикле VPN-сервистар менән ҡулланмаҫҡа. Икенсенән, һәр төрлө паролдәр менән файҙаланырға, уларҙы даими алмаштырып торорға кәрәк. Өсөнсөнән, шәхси йәки коммерция мәғлүмәттәрен тапшырыу өсөн йәмәғәт урындарында асыҡ нөктәләр менән файҙаланмау мөһим. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ла граждандарҙы уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра. Әгәр һеҙгә шылтыратып, иҫәптән аҡса күсерелеүе хаҡында хәбәр итһәләр, трубканы ташлағыҙ һәм банк бүлексәһенә шылтыратығыҙ. Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, картаның кире яғындағы кодығыҙҙы шылтыратыусы аферистарға әйтә күрмәгеҙ. Әгәр һеҙгә шылтыратып, туғанығыҙ бәләгә осраған тиһәләр, иң тәүҙә уға шылтыратығыҙ. Аҡса күсерергә ашыҡмағыҙ, яҡынығыҙҙың ысынлап та ярҙамға мохтажмы, юҡмы икәненә инанығыҙ. Өлкән йәштәге туғандарығыҙҙы һәм күршеләрегеҙҙе мутлашыусылар хаҡында иҫкәртегеҙ.
Фото рәсми сығанаҡтан.