

Иләс ауылы һылыуы Альбина Радик ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжын тамамлай, һуңынан бала саҡтан бешеренергә яратҡан ҡыҙ Гай ҡалаһында ашнаҡсы-кондитерға уҡып сыға.Динар Зөфәр улы — Йылайыр районы егете. Ул да шулай уҡ Аҡъяр тау колледжында белем ала. Бөгөнгө көндә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында быраулау ҡулайламаһы машинисы булып уңышлы эшләй. Йәштәр 2008 йылда танышып, ике йылдан һуң сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр.
Тулыраҡ мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 36-сы һанында уҡығыҙ.