ЙӘМҒИӘТ
13 Сентября 2022, 17:57

Кипкән помидор рецепты

Помидорҙарҙы ошо рәүешле ҡышҡылыҡҡа әҙерләү күптәргә оҡшай

Кипкән помидор рецептыКипкән помидор рецепты
Кипкән помидор рецепты

Гөлүсә Хөсәйенованан рецепт.

Уртаса йәки вағыраҡ помидорҙар кәрәк.

  1. Табаға пергамент ҡағыҙы һалып йәйеп, унда уртаға ярып киҫелгән помидорҙарҙы теҙеп сығырға кәрәк.
  2. Помидорҙар өҫтөнә тәмләткестәр (итальянские травы), тоҙ, борос һибергә мөмкин.
  3. 60 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкала 4-5 сәғәт киптерәбеҙ.Помидорҙар йомшаҡ булырға тейеш.
  4. Стирилләнгән банкаларға помидор киҫәктәрен тултырып, һарымһаҡ, зәйтүн йәки үҫемлек майы һалып, тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.

Бындай помидорҙар 6 ай һаҡлана.

 

Автор:
Читайте нас