ЙӘМҒИӘТ
13 Сентябрь 2022, 18:20

Һаҡмар-Наҙарғол ауылы ағинәйе

Мәсүрә Шәрипованың ҡомалаҡтан бешергән икмәктәре бигерәк уңып бешә

Һаҡмар-Наҙарғол ауылы ағинәйеҺаҡмар-Наҙарғол ауылы ағинәйе
Һаҡмар-Наҙарғол ауылы ағинәйе

Мәсүрә Әҙеһәм ҡыҙы бала сағынан эшкә уңған, тырыш, атай-әсәһенә, туғандарына ярҙамсы бала булып булып үҫә.

Һәр эште еренә еткереп, таҙа һәм бөхтә эшләгәненә ул эшләгән ауыл клубтары, мәктәптәр һәр ваҡыт балҡып торған. Йәш сағынан һәм әлеге көндә лә ҡара яҙҙан үҫентеләр сәсеп, баҡсаһынан ҙур уңыш алып, ҡыуанып- шатланып ғүмер кисерә.Уның ҡомалаҡ башы менән бешергән икмәктәрен ашап туйып булмай. Ике улы- ике терәге уның. Уландары  әсәйҙәренең аҡыллы кәңәштәренә таянып, кәңәшләшеп оло хөрмәт күрһәтәләр.Ә инде килендәрен үҙенең ҡыҙҙарындай күреп аңлашып йәшәйҙәр. Баламдың балаһы балдан  татлы тигәндәй, Мәсүрә еңгәй ейән- ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп тора, уларҙың уңыштарына һөйөнә. 2 ейәнсәре, 3 ейәне ҡартәсәйебеҙ тип һәр ваҡыт өлтөрәп кенә торалар. Бәләкәй гҽнә ауылыбыҙҙа Мәсүрә Шәрипова оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Мул тормошта бәхетле ҡартлыҡ кисереү- үҙе ҙур бәхет!

 

 

Автор:
Читайте нас