

Башҡортостандан Төмән өлкәһенә ҡайтып барған ике балалы ғаилә юл фажиғәһенә осраған
Төнгө сәғәт 3 тирәһендә Екатеринбург-Төмән трассаһының 292-се саҡрымында Toyota Corolla юл эштәре барған урында тупраҡ өйөмөнә барып бәрелгән, автомобиль түңкәрелгән, ә 4 йәшлек ҡыҙыҡай салондан сығып осҡан. Ул алған тән йәрәхәттәренән урында вафат булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, сабый махсус креслола ултырмаған.
Автомобилдең 35 йәшлек водителе, 8 йәшлек малай имгәнгән, әсә кеше зыян күрмәгән. Ғаилә Башҡортостандан Юграның Нижневартовск районына ҡайтып барған булған.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар