ЙӘМҒИӘТ
2 Сентябрь 2022, 06:52

Ҡомалаҡ йыйҙығыҙмы әле?

Ә бына Яңы Ергән ауылының "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары (етәксеһе Г.С. Рәхмәтова) ҡомалаҡты йыйғандар

Ҡомалаҡ йыйҙығыҙмы әле?Ҡомалаҡ йыйҙығыҙмы әле?
Ҡомалаҡ йыйҙығыҙмы әле?

Яңы Ергән ауылының "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары (етәксеһе Г.С. Рәхмәтова) ҡомалаҡ йыйырға барҙы.

Уны икмәк бешереүҙә генә түгел,  боронғо замандан уҡ төрлө ауырыуҙарға ҡаршы ҡулланғандар. Ҡомалаҡ тубырсыҡтары халыҡ медицинаһында киң файҙаланыла. Уны элек-электән нервылар системаһы ҡаҡшағанда, невроздан, йоҡоһоҙлоҡтан, гастрит, цистит, уретрит, бөйөр лаҡаны ауырыуҙарынан, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын нығытыу сараһы булараҡ файҙаланғандар. Уны баш ауырыуҙарынан, баш әйләнгәндә, үпкә туберкулезынан, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, киҙеүҙән дә ҡулланырға була. Йоҡоһоҙлоҡ менән йонсоғанда ҡомалаҡтан мендәр эшләйҙәр. Был шулай уҡ баш ауыртыуын баҫа.

"Берҙәм хеҙмәт берләштерә лә, аралашыу мөмкинлеген дә бирә" - ти ағинәйҙәр.

 

фото:Яңы Ергән ауылы мәҙәниәт йорто.

 

Ҡомалаҡ йыйҙығыҙмы әле?
Ҡомалаҡ йыйҙығыҙмы әле?
Ҡомалаҡ йыйҙығыҙмы әле?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас