

Башҡортостандың Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, йыл башынан 22 ҡатындың үҙ балаһынан баш тартыу сәбәптәре тип әсәлектән ҡурҡыу, үҙ-үҙеңә ышанмау, килемдең түбән булыуы, рәсми эштең булмауы һәм башҡалар күрһәтелгән.
Иҫкәртеү хеҙмәттәре эше һөҙөмтәһендә сабыйҙан баш тартыуҙың 85 процент осрағында баланы үҙ ғаиләһендә ҡалдыра алғандар. Медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡатындарға психологик һәм социаль ярҙамы, социаль хеҙмәттәрҙең тырышлығы менән ғаиләлә баланы тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттарҙың барлыҡҡа килеүе быға булышлыҡ иткән.
- Бөгөн республикала Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған сабыйҙарҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү тәртибе тормошҡа ашырыла. Социаль йәһәттән хәүефле йәки ауыр тормош хәлендәге йөклө ҡатындар менән эш буйынса проект килешелә. Унда сабый тыуғанға тиклем үк әсәгә баланы табыуҙа һәм уның ҡарауҙа ярҙам итеү өсөн социаль һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең үҙ-ара эш итеүе ҡаралған, - тип белдерҙе республиканың Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Ғаилә сәйәсәте идаралығы етәксеһе Ольга Шахова.
Республикала яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү социаль етемлекте булдырмауҙа өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Төп маҡсат – баланың үҙ ғаиләһендә йәшәүе һәм тәрбиәләнеүе, уның ата-әсә һөйөүен тойоуы, тип белдерә министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.
Әсәй һәм атай һөйөүенә, тәрбиәһенә бер ни етмәй шул!
Фото: mintrud.bashkortostan.ru