

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Хәйбулла районының ҡул эше оҫталары "Өләсәйем хәстәрлеге" акцияһына әүҙем ҡушылды. Һәр ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары күңел йылыһын, күҙ нурын һалып төрлө ептәрҙән йылы әйберҙәр бәйләне. Ошо көндәрҙә район оҫталары ойошторған гуманитар йөк Донбасҡа оҙатылды.
Шуныһы ҡыуаныслы, бөтә илдә барған акцияға Хәйбулла районынан тәүгеләрҙән булып Ветерандар йәмғиәте әүҙемселәре ҡушылды. Битараф булмаған мәрхәмәтле ололар Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларындағы яңғыҙ өлкәндәр, мохтаж балалар өсөн үҙ ҡулдары менән йылы әйберҙәр бәйләп тапшырҙы. Акция барышында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында яңғыҙ өлкәндәр, мохтаж балалар өсөн бейәләй, ойоҡбаш, шарф, свитер һәм башҡа әйберҙәр йыйылған. Район буйынса был акцияла бөтәһе 150-нән ашыу "көмөш волонтер" ҡатнашып, 300 ашыу бәйләнгән әйберҙәр әҙерләгән.
Әйткәндәй, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Аҡъяр ауылынан 97 йәшлек тыл хеҙмәтсәне Миңзада Рыҫбаева беренселәрҙән булып акцияға ҡушылған ине.
Фото: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы сайтынан.