

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 78 класс асыласаҡ. 11 октябрҙә Совет майҙанында 500-ҙән ашыу уҡыусы тантаналы рәүештә "Шайморатовсылар класы" рәтенә баҫасаҡ.
Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында, мәҫәлән, 7 "Б" класы М. Шайморатов исемен йөрөтәсәк. Был турала ҡарарҙы үткән уҡыу йылы аҙағында уҡ ата-әсәләр бер тауыштан ҡабул иткән. Әлеге мәлдә уҡыу йортонда һуңғы әҙерлектәр бара.
Был класта баҫым тарих, математика һәм физика фәндәренә яһаласаҡ. Шулай уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең батырлығы миҫалында ил тарихына хөрмәт, илһөйәрлек, Тыуған ил, республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға, әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән даими эш алып барыла.
"Шайморатовсылар класы" булдырыу - илһөйәрлек тәрбиәләүҙең иң яҡшы ысулыдарының береһелер, минең фекеремсә. Хәҙер бер класс булдырып, йыл аҙағында уның һөҙөмтәләрен күрербеҙ. Һәм, бәлки, беҙҙең гимназияла киләһе уҡыу йылдарында бер нисә ошолай класс асылыр", - тип пландары менән бүлешә Сибай гимназияһы директоры Роза Бикбова.