ЙӘМҒИӘТ
26 Августа 2022, 06:17

Тормош һуҡмағынан 45 йыл бергә

"Балаларыбыҙҙан уңдыҡ, барыһы ла эшһөйәр",--Байғусҡар ауылынан Рәмилә һәм Рамаҙан Дәүләтбирҙиндар 

Тормош һуҡмағынан 45 йыл бергәТормош һуҡмағынан 45 йыл бергә
Тормош һуҡмағынан 45 йыл бергә

Байғусҡарҙан Рәмилә менән Рамаҙан Дәүләтбирҙиндарзың ҡулға - ҡул тотоношоп йәшәүҙәрена 45 йыл үтеп тә киткән.

Ғүмер аҡҡан һыу кеүек, әле генә килен булып төшкән кеүек инем тип, хәтер ебен һүтә Рәмилә апай. Был татыу, берҙәм, бәхетле ғаиләлә 3 бала буй еткереп, һәр береһен уҡытып, ҙур тормош юлына сығара улар. Рамаҙан Хәсән улы аҙ һүҙле, ипле, тыныс холоҡло кеше. Ишек алды гөл - сәскә, емеш-еләк, һарай тулы мал – тыуар аҫрайҙар. Рәмилә Сөләймән ҡыҙы Йылайыр районы, Үрге Ғәле ауылы ҡыҙы, эшкә шәп, егәрле, мәҙәниәт йортонда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы ла ул.

“Балаларыбыҙҙан уңдыҡ, барыһы ла эшһөйәр, үҙ йорттарында йәшәйҙәр, туғыҙ ейән - ейәнсәрҙәребез бар, ошо үҙе бәхет түгелме?”-- ти Дәүләтбирҙиндар.

Килендәше Гөлсөм Дәүләтбирҙина "Кеше ғүмере аҡҡан һыу кеүек", Хәлил Вәлиев, " Болоттар ағыр инде", Гөлсиә Ғиләжетдинова "Һандуғас" йырын юбилярҙарға арнаны.
Кисәнең икенсе өлөшөндә Зарифа Хәсән ҡыҙынын, Рәмилә Сөләймән ҡыҙының 65 йәшлек матур юбилейҙары билдәләп үтелде. Татыр – Үҙәк ауыл  хакимиәте башлығы Данир  Назаровтың иҫтәлекле бүләге тапшырылды.

Байгускаровский Сдк

 

Автор:
Читайте нас