ЙӘМҒИӘТ
25 Август 2022, 07:50

Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы

Әбүбәкер күп функциялы мәҙәниәт йортонда  бай йөкмәткеле сара үтте

Күрше хаҡы - Тәңре хаҡыКүрше хаҡы - Тәңре хаҡы
Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы

Сара Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы һәм быуындар бәйләнеше йылына арналды. Сараға ауылда ғүмер буйы күршеләре менән аралашып татыу йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылды.

Халҡыбыҙҙа «Күрше хаҡы - Тәңре хаҡы» тигән әйтем бар. Уның мәғәнәһе бик тәрән. Тимәк, күршелек – ул бик изге, ҡиммәтле мөнәсәбәт.

Сара барышында күршеләр үҙҙәре менән таныштырып, нисә йыл бер- береһе менән күрше булып йәшәүҙәре, нисек ғүмер итеүҙәре, төрлө ваҡиғалар тураһында һөйләп хәтер йомғағын һүтте.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #ХайбуллинскийРайон #ХәйбуллаРайоны #мәҙәниәт #культура

Автор:
Читайте нас