ЙӘМҒИӘТ
25 Август 2022, 07:57

"Һауынсы ла тигән аҡ һөнәр"

Сәғит ауылында заманында һауынсы булып эшләгән апайҙар матур сараға йыйылды

"Һауынсы ла тигән аҡ һөнәр""Һауынсы ла тигән аҡ һөнәр"
"Һауынсы ла тигән аҡ һөнәр"
Һауынсы һөнәрен данлаған заманалар кире ҡайтмаҫ инде. 70-се, 80-се йылдарҙа фермаларҙың гөрләп эшләгән осоро, һауынсы һөнәре иң ауыр һәм абруйлы һөнәр исемлегендә була.Колхоз уңғандарының, айырыуса һауынсыларҙың фотоһүрәттәре алтаҡталарҙа, гәзит, журнал баҫмаларының тәүге биттәрендә урын ала, хатта шул осоро мәктәпте тамамлаусылар араһында "Бөтә класс менән колхозға" тигән маҡсат ҡуйыла. Заманалар үҙгәреү менән һауынсыларҙың хеҙмәте лә элеккесә хөрмәт менән баһаланмай.

Совхоздың гөрләп эшләгән ваҡыттарын иҫкә алып "Һауынсы ла тигән аҡ һөнәр" тип аталған сараның төп ҡунағы булып ауылыбыҙҙың хаҡлы ялдағы һауынсылары саҡырылды.

Ажғыр буранлы әсе еле, үҙәккә үткән һыуыҡ ҡышы булһынмы, ҡояшы көйзөрөп алып барған эҫе йәйе булһынмы, берсә иретеп, берсә туңдырып торған яҙы булһынмы, туҡтамай яуған ямғырлы көҙө булһынмы, көндә таң һарыһынан һәүкәштәре янына ашыҡҡан апайҙар, еңгәйҙәр нисек итеп эш башлағандарын, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та саҡтарын, күңелле эшләп, йәшәгән осорҙарын һағынып, алыҫта ҡалған йәшлек йылдарын хәтерләп һәр береһе һүҙ алды.Араларында иң өлкәндәре Рәхмәтова Шәфиғә Шиһабитдин ҡыҙы һәм Мәмбәтова Мәрйәм Баһауетдин ҡыҙы үҙҙәренең хеҙмәттә үткән йылдарын хәтерләп " Иҫләмәйемдә инде, шул 13 тирәһе булғандыр йәйгеһен йәйләүгә һыйыр һауырға йөрөнөк, 15 йәшем тулып үткәс һауынсы булып эш башланым. Ул ваҡыттарҙа булған эш ҡул көсө менән башҡарылды, һыйырҙың аҫтын таҙартып, талдан үрелгән ҡул арбаһына тейәп түгәһең, аҙығын таратып һалаһың, ҡул менән һауаһың. Күрше Мәмбәт ауылына һауын һыйырҙарыбыҙҙы алып киткәстәре, малҡайҙарыбыҙҙы йәлләп, шунда йөрөп һауған саҡтарҙа булды. Өйҙә береһенән-береһе ваҡ балалар, ул ваҡыттарҙа бала тапҡандан һуң өйҙә ултырыу юҡ, балаға 3-4 ай булһа эшкә сығаһың. Һыйырҙы көнөнә 3 тапҡыр һауған ваҡыттар, һыйыр һауыуҙан тыш хужалыҡтың башҡа эштәрендә, һарай һылаумы, ағартыу булһынмы һарыҡ ҡырҡырға ла өлгөрөлдө" тип күҙҙәренә йәш алып иҫләй алыҫта ҡалған йәшлек йылдарын "9-сы бишйыллыҡ ударнигы" менән бүләкләнгән хеҙмәт ветераны Шәфиғә апай.Шулай уҡ хеҙмәт ветераны 44 йыл һауынсы булып эшләгән Мәрйәм апай ҙа үткәндәрен һөйләгәндә тыңлап фәһем, һабаҡ алырлыҡ." 16 йәшем тулмаған да ине үҙемә беркетеп һыйыр биргәндәрендәрендә -тип тәүге эш көнөн яңы ғына булып үткән кеүек иҫләп һөйләп алып китә,- тәүге көндө 1генә һыйыр һауҙым, икенсе көндө ике һыйыр, шулай көндән-көн оҫтара барҙым, Сәйфуллина Хәлимә, Ҡәйепова Хәҙисә апайҙарыма рәхмәт улар эшкә өйрәттеләр, унан инде Мәмбәтова Маһинур, Янтурина Сәлиә, Абдуллина Роза, Ҡәйепова Рәһибә, Мәмбәтова Рәйсә, Абдуллина Рәйҙә еңгәйҙәр (мәрхүмәләр инде барыһы ла) хәҙерге көндә ауылыбыҙҙың иң өлкән ағинәйеҠәйепова Мәҙинә, Рәхмәтова Шәфиғә апайҙар менән эшләнем."Тырыш һауынсыға Волга буйлап сәйәхәт итеү бәхете эләгә, путевка менән бүләкләйҙәр. Бер нисә йыл рәттән Мәрйәм апайҙы ауыл советы депутаты итеп ҡуялар.Тәжрибәле, алдынғы һауынсы яңы эш башлаған һеңле, килендәренә ихлас ярҙам итә. Килен булып килгәс һауынсы булып эш башлаған Ҡәйепова Рушан, Килдебаева Роза, еңгәйҙәр, Өлкәндәргә алмашҡа эшкә килгән хеҙмәт юлын 1966-68 йылдарҙа һауынсы булып эш башлаған,35 йыл эш стаждары булған хеҙмәт ветерандары Мәмбәтова Кинйәбикә, Атанғолова Әлфиә, Ҡәйепова Миңзифа апайҙар, 30 йылға яҡын эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, Мәмбәтова Роза, Абдуллина Зәйтүнә(мәрхүмә) апайҙар шулай уҡ эш стажы 30 йыл булған шуның 20 йылын һауынсы булған СәйфуллинаТәслимә, Гайсина Сәкинә, апайҙар, совхоз тарҡалған осорҙоң аҙаҡҡы йылдарына тиклем эшләгән Ҡәйепова Йомабикә, Мәмбәтова Ғәйшә, Мәмбәтова Рәйфә, Илембитова Райхана, Мәмбәтова Зөләйха еңгәй, апайҙар эшләгән йылдарын, төп эштәренәң тыш хужалыҡтың барлыҡ эштәрен шул уҡ һарыҡ ҡырҡыу, һылыу, аҡлау, ярма ярыу кеүек эштәрҙе алып барыуҙарын, етәкселәренән уңғандарын, бригадирҙары Мәмбәтов Вәлиулла Ғәббәс улы(мәрхүм), Ҡәйепов Дамир Саник улы,Ҡәйепов Динар Саник улы һәйбәт етәксе булыуҙарын, тырыш уңған коллектив булдырыуҙарын, район, совхоз етәкселәренән йыш ҡына маҡтау һүҙҙәре ишетеп тороуҙарын йылы хәтирәләр менән иҫкә алып һөйләп үттеләр.Хисап эшен алып барған Мәмбәтова Зәйтүнә, Мәмбәтова Фәймә еңгәйҙәр, быҙау ҡарап үҫтереү буйынса алдынғылыҡты бирмәгән Мәмбәтова Маһибәҙәр, Мәмбәтова Луиза еңгәйҙәр үҙ эштәренең нескәлектәрен һөйләп ишеттерзелар. Ошо урында алдынғы быҙау ҡараусы, бирелгән йөкләмәне арттырп үтәгән, маҡтау исемдәренә лайыҡ булып хаҡлы ялға сыҡҡан Мәмбәтова Таңһылыу инәйҙе (мәрхүмә) хөрмәт менән иҫкә алып үтеү кәрәк. Һауынсы апайҙар үҙҙәренә ял биреп тә, хисап эшендә алып барған Мәмбәтова Зөлфирә апайҙы(мәрхүмә) иҫкә алып, уның эш урынын таҙа тотоуын, "Ҡыҙыл мөйөш" бүлмәһенең һәр саҡ йыйнаҡ булыуын әйтеп үттеләр. Зөлфирә апайҙың әсәһе лә Мәмбәтова Хәмдиниса инәй (мәрхүмә) хисапсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте, һауынсыларҙың барыһы ла тиерлек тейешенсә маҡтау исемдәре, бүләктәр менән хаҡлы ялға сыҡҡандар.
Йәнле һөйләшеү сәй табыны артында иҫтәлектәр, хәтирәләр менән үрелә барҙы, Сара аҙағында мәрхүм һауынсы инәй-апайҙарға Ҡәйепова Фәнүзә апайыбыҙ аят бағышланы, хәйерҙәр тараттыҡ.
Бәхетте ситтә эҙләмәй, яҙмышын тыуған ауылына бәйләгән ҡыйыу апайҙар, килен булып төшкән еренә ерегеп, таштай, ҡомдай батып донъя көткән шаян еңгәйҙәр ауылыбыҙҙың уңған хужабикәләре һеҙгә артабанда донъяғыҙҙың ҡотҡаһы булып ҡәҙер, хөрмәт күреп именлектә, тыныс тормошта йәшәргә насип булһын.
 
Автор Резеда Мәмбәтова
 
Автор:
Читайте нас