

Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Йәш пар 1967 йылдың 17 февралендә Өфөлә никахлаша. Ике ул тәрбиләп үҫтерәләр.
Фидан Сафа улы интервьюларының береһендә мөхәббәт тарихын һөйләй. Ул буласаҡ ҡатыны менән сәнғәт училищеһының ятағында таныша. Йырсы тамаҡ бешереү өсөн ятаҡ буйлап таба эҙләргә сығып китә. Аҫтағы ҡатҡа, ҡыҙҙар бүлмәһенә барып барып сыға. Тап шул саҡта уның юлында Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙы осрай һәм тәү ҡараштан үҙенә ғашиҡ иттерә. Йәштәр уҡыуҙы тамамлағас, Башҡорт драма театрына эшкә ебәрелә. Дүрт йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң Фидан Сафа улы ҡыҙға тәҡдим яһай.
Ғаилә пары февраль айында ғына зөбәржәт туйҙарын билдәләгәйне. Бик йәл. Фидан Сафа улының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Автор:Инсаф Хужабирганов.