

“Еңеү диктанты” халыҡ-ара тарихи диктанты Икенсе донъя һуғышы ваҡиғаларына арналған һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тарихи белемде арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Унда Рәсәй һәм сит ил граждандары ҡатнаша ала.
Быйыл “Еңеү диктанты” 3 сентябрҙә үтә. Ул дүртенсегә ойошторола. Йыл һайын акцияла ҡатнашыусылар һаны арта: әгәр 2019 йылда диктантты 100 мең самаһы кеше яҙһа, 2021 йылда унда 1,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнашҡан.
“Еңеү диктанты”н яҙып, иң күп балл йыйған кешеләргә юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтөнлөк бирелә. Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Ҡатнашыу бушлай һәм ирекле. Был хаҡта тулы мәғлүмәт менән тарихи диктанттың сайтында танышырға мөмкин.
45 минут дауамында ҡатнашыусылар 25 һорауға яуап бирергә тейеш. Уларға дөйөм хәрби-тарихи темаға һәм төбәк тематикаһына ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреп, бер төркөм эштәрҙе башҡарырға тура киләсәк. Быйылғы «Еңеү диктанты» Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арнала, шуға күрә һорауҙарҙың бер өлөшө гитлерсыларҙың СССР-ҙың тыныс граждандарына ҡаршы енәйәттәренә арналасаҡ.
“Еңеү диктанты”н рәсми сайтта йәки смартфон ҡушымтаһы аша онлайн яҙырға ла мөмкин. Махсус майҙансыҡтарҙа яҙа башлау менән ул тейешле бүлектә онлайн килеп сығасаҡ. Аҙаҡ ҡатнашыусы сертификатын шәхси кабинеттан табып, күсереп алырға була.
Диктантта ҡатнашҡан өсөн сертификаттар тапшырыу ҡаралған. 25 балл йыйған һәр ҡатнашыусыға «Еңеү диктанты»ның финалсы дипломы тапшырыласаҡ.
Район халҡын «Еңеү диктанты»нда ҡатнашырға саҡырабыҙ.