

Хәҙерге ваҡытта баланы мәктәпкә әҙерләү кеҫәгә ныҡ һуға. Бигерәк тә ғаиләнән бер нисә бала уҡырға барған аҙ тәьмин ителгән һәм ишле ғаиләләргә ҡатмарлы.
Шуға күрә “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш үҙәге 12-се тапҡыр “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” республика хәйриә акцияһын уҙғара.
Бөгөнгө көндә 50-нән ашыу ойошма-учреждениелар, шәхси эшҡыуарҙар һәм район халҡы ошо шәфҡәтлелек акцияһына ҡушылып, 147357 һум дөйөм суммаға ярҙам ҡулы һуҙған. Гуманитар ярҙамға мәктәп формаһы, канцелярия әйберҙәре, портфель һәм аяҡ кейемдәре ҡабул ителә.