

Һөнәрҙе камиллаштырыу мөмкинлеген дә бирҙе "Журфест" фестивале. Көндөң икенсе яртыһында ойошторолған дәрестәр эш һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелде. "Диалог Төбәктәр" ойошмаһының мәғлүмәт эштәре буйынса белгесе Евгения Авраменко социаль селтәрҙә эшләү үҙенсәлектәре менән уртаҡлашты.
“Rossia Today” телеканалы хәбәрсеһе, ҡыҙыу нөктәләрҙә булған хәрби журналист Вячеслав Гузьдың һөйләгәндәре лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, ул үҙенең тәжрибәһенән сығып, ябай булмаған шарттарҙа эшләү буйынса кәңәштәр бирергә онотманы. Хәрби журналисҡа залдан һорауҙар ҙа бик күп яуҙы. "Тыныслыҡтың ҡәҙерен белегеҙ", - тине ул үҙенең сығышында.
Рәсәйҙең һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының китап индустрияһында ваҡытлы матбуғатҡа дәүләт ярҙамы Департаменты директоры урынбаҫары Светлана Дзюбинская, Рәсәй Журналистар союзы секретары Роман Серебряный менән осрашыу ҙа фәһемле булды.
Резеда Шәңгәрәева.