

Йәй ҡыҙыу эш мәле булһа ла, халҡыбыҙ ялға ла, күңел асыуға ла, бик йыш булмаһа ла, байрам-осрашыуҙарға ла ваҡыт табып, “Шәжәрә”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек саралар ойоштора.
Һәр төбәктең матур йолаға әйләнгән саралары, үҙ тантаналары һәм байрамдары бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре ниндәйҙер тарихи йә урындағы иҫтәлекле датаға бәйле булһа, икенселәре бөтөнләй башҡа сәбәптән ойошторола. Нисек кенә булмаһын, ярайһы ғына әҙерлек эштәре талап иткән был сараларҙа халыҡ теләп ҡатнаша, көтөп ала. Аҡъярҙың Аҡмулла, Жуков, Еңеүҙең 40 йыллығы, Матросов, Ғөбәйҙуллин һәм Азатлыҡ урамдары халҡы
ла ла ошо изге ниәт менән урамдар байрамы ойошторҙо. Сараға бында йәшәгәндәр ныҡлы әҙерләнгән: тирә-яҡ таҙартылған, һәр ихата төҙөкләндерелгән, ҡомймалар яңыртып буялған, ишек алдары – шау сәскә. Ғөмүмән, урам һәм биҫтәнең тышҡы күренеше, юлдар торошо һәм уларҙы тәртипкә килтереү кеүек күп кенә башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүгә халыҡ әүҙем йәлеп ителгән.
Йәшәү урыны кешеләрҙе барыбер берләштерә һәм яҡынайта, күршеләр хаҡында күберәк белергә, улар менән тығыҙыраҡ аралашырға этәрә. Ә иң мөһиме – ауылдың тәғәйен бер урам һәм биҫтә, даими йәшәү урыны булараҡ, бында тыуып-үҫкән һәм көн иткән һәр кемдең күңеленә яҡын. Шуға ла «Урам байрамы» тәү сиратта йәш быуында илһөйәрлек, ватансылыҡ һәм патриотлыҡ тойғолары тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Хеҙмәте менән дан-шөһрәт ҡаҙанған сал сәсле инәй-олатайҙарҙың, бер нисә тиҫтә йыл татыулыҡта ғүмер иткән матур парҙарҙың, бөгөнгө көндә коллективтарында алдынғы булғандарҙың исем-шәрифе бар урамға яңғырауы, бер яҡтан, оло хөрмәт билдәһе булһа, икенсе яҡтан, уларҙың туған-тыумасаһында, таныштарында, ут күршеләрендә, әлбиттә, урынлы ғорурлыҡ уята. Был сараның ғәмәли йәһәттән әһәмиәте лә мөһим. Иң тәүҙә ул урындағы властың халыҡ менән бәйләнешен артабан нығытырға булышлыҡ итә.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 33-сө һанында.