ЙӘМҒИӘТ
18 Август 2022, 08:20

Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың исеме мәңгеләштерелә

  

Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың исеме мәңгеләштереләРәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың исеме мәңгеләштерелә
Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың исеме мәңгеләштерелә
Башҡортостанда Рәсәй Геройы, Әбйәлил районында тыуып үҫкән прапорщик Тамерлан Илһамовтың хәтере мәңгеләштерелә.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың тейешле указы Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Яугир хөрмәтенә Асҡар ауылының Күсимов исемендәге гимназияһы мемориаль таҡтаташ асыу һәм ауыл урамдарының береһенә,  Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уның исемен биреү планлаштырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән Тамерлан Илһамовҡа үлгәндән һуң хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Рәсәй Геройы исеме бирелде.

 

Фото:Олег Яровиков

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас