ЙӘМҒИӘТ
17 Август 2022, 03:59

Йырсы мал табибына әйләнгән

“Был минең һөнәрем” – мәғлүмәт-танып белеү тележурналы. 

Йырсы мал табибына әйләнгәнЙырсы мал табибына әйләнгән
Йырсы мал табибына әйләнгән

Башҡортостан “Юлдаш” телеканалында яңы һөнәрҙәр тураһында проект старт алды. “Был минең һөнәрем” – мәғлүмәт-танып белеү тележурналы. Проект Башҡортостан Башлығы тарафынан иғлан ителгән Һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

– “Был минең һөнәрем” – колледждарҙың исем туйы ғына түгел, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша программа авторҙары. – Тапшырыу тулыһынса ошо һөнәр донъяһына килеп инеүҙе үҙенә маҡсат итеп ҡуя. Кем хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙалана? Ни өсөн хыял иткән һөнәреңде туған республикаңда алыу уңайлы?

Ошо тапшырыуҙың авторы һәм уны алып барыусы Әлиә Таһирова әйтеүенсә, ул эш барышында әллә күпме геройҙар менән танышҡан. Уларҙың профессиональ юлы үҙгәреп торған. Кемдер йырсынан ветеринарға әйләнгән, берәү эшен юғалтҡан юристан иретеп йәбештереүсе булған.

Фото: Әлиә Таһирова.

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас