Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Август , 09:03

"Уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәм"

  

"Уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәм"
"Уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәм"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Өфөләге Бородин, Һынаусылар һәм Геофизиктар урамында, Кузнецов затонынан урап, яңы юлға тест үткәрҙем. Яҡшы асфальт, автобус туҡталыштары, билдәләр, светофорҙар, яҡтыртыу бар – барыһы ла лайыҡлы кимәлдә.

Шишәмбенән (йәғни 26 июль иртәһенән) Пугачев урамындағы масштаблы реконструкция участкаһы ябыла, һәм ике йыл дауамында хәрәкәт яңы урау юл буйынса ойоштороласаҡ. Оҙаҡ, әммә башҡараһы эш тә аҙ түгел, шул иҫәптән коммуникацияларҙы күсерергә тура киләсәк.

Өфөнөң “Көньяҡ ҡапҡаһы” төҙөлөшөнөң әүҙем стадияһы башлана. Был проект, Пугачев урамындағы ремонттан тыш, үҙ эсенә Генерал Рыленко урамы төҙөлөшөн һәм ике урам киҫелешен ала.

Халыҡтан алдан уҡ юл ремонты һәм төҙөлөш ваҡытындағы уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәм. Был яҡтан ҡалаға инеү ҡатмарлашырға мөмкин, шуға икенсе юлдарҙы файҙаланырға ла тура киләсәк. Әммә шуны онотмайыҡ: баш ҡала өсөн кәрәкле ҙур инфраструктура проекты өҫтөндә эшләйбеҙ. Яңы транспорт коридоры ҡаланан сыҡҡан автомобилдәр ағымын бүлеүгә булышлыҡ итәсәк”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас в