Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Август 2022, 10:52

Көслө рухлы ҡатын

..

Көслө рухлы ҡатын
Көслө рухлы ҡатын

Первомайский ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Дилә Шәйхәйҙәр ҡыҙы: “Ауылыбыҙҙа берҙән-бер шәп урыҫ әбейе бар. Яңғыҙы йәшәп, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан,  гөрләтеп донъя көтә – бер үҙе картуфын да ултырта, йәшелсә-емештән мул уңыш ала һәм компот, салаттар яба, тәмле ҡайнатмалар ҡайната. Башҡорт гәзите булһа ла, яҙайыҡсы”, - тигәс, шул йортҡа табан атланыҡ. Хаҡ һүҙҙәр булып сыҡты. Ишек алдындағы картуфлыҡта бер ҡый үләне күрмәҫһең, йәшелсә-емеш тә уңған. Бынан тыш, ул төрлө сортлы сәскәләр үҫтерергә лә оҫта икән. Беҙ килгәс, ҡыуанысын йәшермәне инәй. Өйгә түргә саҡырҙы.

Евдокия Валерьевна Хренова Баймаҡ районы Богачево ауылында тыуып үҫкән. Йүнәлтмә буйынса тормош иптәше менән механизатор булып, Первомайскиға эшкә ебәрелә. Һәм ошонда төпләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмер һин уйлағанса ғына бармай шул. Евдокия Валерьевна бер-бер артлы өс улын, ҡыҙын һәм тормош иптәшен ерләй. Шулай ҙа әңгәмәсем нисек кенә ҡыйын булһа ла, үҙендә артабан йәшәргә көс таба. Тормош мәғәнәһен хеҙмәттән таба. Төрлө журналдар һәм “районка”ны йыл да алдырып уҡый. Ауылдаштары әйтеүенсә матур йырлай, ихлас әңгәмәсе лә ул. Ауылда йәшелсә-емеште, картуфты иң беренсе ултырта, сәскәләрҙе ярата. Кешеләргә алсаҡ, ихтирамлы, олоһо ла, кесеһе лә уға ынтылып тора.

- Йырлайым да, илайым да, бейеп тә алам, төрлө саҡтар була. Йәйен баҡсала көнөм үтә, ҡышын иһә күберәк хәрәкәтләнеү маҡсатында скандинав таяҡта йөрөйөм. Күп йоҡларға яратмайым,  телевизорға ла оҙаҡ текәлеп ултырмайым. Новотроицк һәм Баймаҡтан ике ейәнем килеп ярҙам итә, бер ҙә генә лә яңғыҙлатмайҙар. Ауылдаштарым да юлда осраһам, ҡосаҡлап тигәндәй алалар, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. Тормошта күп ауырлыҡтар күрҙем, мин күргәнде Хоҙай башҡаларға күрһәтмәһен инде. Эштән йыуаныс табам, - тип күҙ йәштәре аша һөйләне Евдокия Валерьевна.

  Ҡапҡа төбөнә тиклем оҙатып ҡалған мәҡәләм геройымды нескә күңелле булһа ла, көслө рухлы ҡатын икәнен аңланым. Күпме һынауҙар уны сыныҡтырған. Шулай ҙа моңһоу күҙҙәренән нур, йөҙөнән наҙ бөркөлөп тора. Артабан да бирешмәй, ауылдаштарынын йәме булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын уға.

 

 

 

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас: